Ғаилә көнө алдынан Өфөлә ,,Торналар бейеүе,, тип исемләнгән һәйкәл асылды

Тулыраҡ: Ғаилә көнө алдынан Өфөлә ,,Торналар бейеүе,, тип исемләнгән һәйкәл асылды

Уның авторы билдәле скульптор — Хәлит Ғәлиуллин. 50 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе Даяновтар был үҙенсәлекле һәйкәл, беҙҙең өсөн ял итеү урыны ғына түгел, ә ошо ҡоштарға ҡарап йәш ваҡыттарыбыҙҙы хәтерләү урыны ла ти. Ярты быуат бергә татыу ғүмер итеүсе пар бәхетле йәшәү серҙәре менән дә уртаҡлаша.800-ҙән ашыу тәҡдим ителгән эш араһынан Өфө скульпторы Хәлит Ғәлиуллиндың эше һайлап алынған. Оялары эргәһендә бейеп торған биш метрлыҡ торналар ғашиҡтарға, йәш ғаиләләргә изге тойғолар хаҡында иҫкәртеп торасаҡ, ти һәйкәлде асыу тантаныһан килеүселәр.Торна беҙҙең халыҡта элек-электән изге ҡош һаналған. Ниһәйәт торналар һыны хәҙер Сипайлово биҫтәһен дә биҙәй... тоғролоҡ һәм мөхәббәт символы булған ҡоштар янына .... бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәҫ...