Берәүҙәре йылы яҡтарға оса, икенселәре ауылға өләсәйгә ҡайта. Ә бына Өфө районының “Дуҫлыҡ” ял һәм хеҙмәт лагерында үҫмерҙәр ял итеп кенә ҡалмай, яратҡан спорт төрө менән дә шөғөлләнә. Ҙур арҡанды һелкетеп тулҡындар яһау, герҙе баш аша ырғытыу, штанга күтәреү. Өфө районының “Дуҫлыҡ” ял һәм хеҙмәт лагеры ҡырмыҫҡа иләүеләй гөр килә. Бында Ҡатнаш алыш бәйгеһе, йәғни ММА федерацияһы клубтарында шөғөлләнеүсе спортсылар йәйге ялын үткәрә. Етенән-ун ете йәшкә тиклем балалар, әҙерлек кимәлдәре лә төрлө. Әммә барыһы ла әүҙем, сәмләнеп, дәртләнеп көс һынаша.Ҙур сүкеш менән камаз йә иһә трактор покрышкаһына һуғыу бындағы үҫмерҙәрҙең яратҡан шөғөлдәренең береһе. Уйын формаһында ғына булһа ла, был күнекмә тәндәге бөтә мускулдарҙы ла нығытырға ярҙам итә. Ә был майҙанда иң кеселәре был ҡатмарлы спорт төрөнөң үҙенсәлектәренә төшөнә. Ҡатнаш алыш бәйгеһе, йәғни ММА сағыштырмаса яңы спорт төрө. Күп йәштәрҙең уны үҙ итеүе лә аңлашыла.Ҡатнаш алыш бәйгеһе – һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешә. Йәш быуындың ошо йүнәлеште үҙ итеүҙәре уларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәй һәм физик яҡтан нығыта.Әйткәндәй, лагерҙа үткән спартакиадала спортсылар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, үҙҙәренең йәш үлсәмендә беренсе урындарҙы яулаған.Был күнекмәләр октябрь айында Өфөлә үтәсәк 14-15 йәшлек үҫмерҙәр араһында Ҡатнаш алыш бәйгеһе буйынса Рәсәй беренселегенә әҙерлек тә булып тора. Ҡабул итеүсе яҡ булараҡ был ярыштарҙа беҙҙең республиканан ике команда сығыш яһаясаҡ.Бында шөғөлләнгән спортсыларҙың мәртәбәле ярышта сығыш яһаясағы еңеүгә тағы ла бер стимул булып тора.
Йәй миҙгеле, бигерәк тә, балалар өсөн күңелле осор
Тулыраҡ: Йәй миҙгеле, бигерәк тә, балалар өсөн күңелле осор