Тәүге тәүлектә автомобиль бушлай һаҡлана. Һуңынан хаҡ ике тапҡырға тиерлек арта. Бер сәғәт өсөн 53 һум 56 тин түләргә кәрәк. Эвакуатор урынынан ҡуҙғалып киткәнгә тиклем водитель килеп өлгөрһә, автомобилде ҡайтарыу мөмкинлеге ҡаралған. Ул саҡта тейәү һәм бушатыу өсөн генә түләргә кәрәк. Башҡа осраҡта автомобиль хужаһына эвакуаторҙың эше өсөн – 1 мең 500 һум, шул уҡ күләмдә штраф һәм тәүлектән ашыу туҡталҡала торған сәғәттәр өсөн түләргә тура киләсәк.
Эвакуацияланған автомобилдәр өсөн штрафты яңы тарифтар буйынса түләйәсәктәр
Тулыраҡ: Эвакуацияланған автомобилдәр өсөн штрафты яңы тарифтар буйынса түләйәсәктәр