Уңырмы, әллә туңырмы?

Тулыраҡ: Уңырмы, әллә туңырмы?

Оҙайлы яуған ямғырҙар арҡаһында быйылғы уңыш хәүеф аҫтында. Әле яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, республикала сәсеүлектәрҙең 22 мең гектарҙан ашыуы юҡҡа сыҡҡан. Төбәктең тиҫтәләгән районында ғәҙәттән тыш хәл индерелеүе ихтимал. Ағымдағы йыл ауыл эшсәндәре өсөн үтә лә ҡатмарлы килә. Бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар һөҙөмтәһендә баҫыуҙарҙар һаҙлыҡҡа әйләнә бара. Тәбиғәттең көйһөҙлөгө иген менән бер рәттән техник культураларға ла зыян килтерә.Ярылған ер һәм сүп үләне. Баҫыуҙарҙың күбеһендә ошондай хәлде күҙәтергә мөмкин. Күпләп яуған ямғыр тупраҡ менән бергә сәселгән шәкәр сөгөлдөрөн дә йыуып төшөргән. Был хужалыҡта ғына 500 гектар майҙандағы татлы тамырҙың 43 гектары юҡҡа сыҡҡан. Өҫтәүенә, йылы етмәгәнлектән сәсеүлектәрҙең үҫеше тотҡарлана. Кукуруздың 25 см-ға етер-етмәҫ үҫентеләре ултыра, ә был осорҙа ул метрҙан ашыу булырға тейеш. Һеңмәйенсә йыйылып ятҡан күләүектәр ерҙең артыҡ һыуға туйыныуын дәллилләй.Бындай һауа торошо мал аҙығы әҙерләүгә лә ҡамасаулай. Бесәндең әлегә пландан 3 проценты ғына әҙерләнгән. Килеп тыуған хәлгә яраҡлашып, хужалыҡтар тәүҙә дым яратҡан ашлыҡтарҙы саба. Бөтә көстө ужым культуралары йыйыуға йүнәлтелә. Агрономдар сәсеүлектәрҙе ҡарап, юғалтыуҙарҙы иҫәпләгәнсе, ауыл эшселәре лә буласаҡ уңыш өсөн борсола.Ауыл хужалығы министрлығында мал аҙығы етерлек кимәлдә әҙерләнәсәк, тип тыныслындыралар. Шулай ҙа уның сифатына кире йогңғоното яһай тине, министр Илшат Фазрахманов “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуы барышында.Республиканың тиҫтәләгән районында ошондай хәл күҙәтелә. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 22 мең гектарҙан ашыу сәсеүлектәр юҡҡа сыҡҡан. Зыян 426 миллион һум тәшкил итә. Уңыш күпләп юғалған райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү мәсьәләһе хәл ителә.