Оло йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы ғаиләләргә алыу буйынса “ҡыҙыу линия” эшләй

Тулыраҡ: Оло йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы ғаиләләргә алыу буйынса “ҡыҙыу линия” эшләй

Һорауҙарға Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре яуап бирә. Республикала оло йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы ғаиләләргә тәрбиәгә алыу буйынса закон ҡабул ителде. Ғаиләгә алыусыларға дәүләт ай һайын 6 мең 200 һум түләп бара. 80 йәштән олораҡтарҙы алғандарға сумма 30 процентҡа арта. Киләһе өс йылда 300-ҙән ашыу ғаиләгә оло йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы урынлаштырыу планлаштырыла. Ошо мәсьәлә буйынса эш көндәрендә 8-347-218-06-87 йәки 8-347-286-21-73 телефондары буйынса шылтыратырға була.