- Мосулды штурмлау тамамланды. 9 ай дауам иткән һуғыштан һуң Ғыйраҡ хәрбиҙәре Боронғо ҡала харабаларына милли флаг ҡаҙаны. Ҡала урамдарында “Ислам дәүләте” террорсыларын еңеү уңайынан байрам ойошторолдо. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, штурм ваҡытында 4 мең кеше һәләк булған.
- Европа илдәре буйлап “Террорға ҡаршы мосолмандар маршы”нда ҡатнашыусылар Берлинға килеп етте. Улар тәүҙә сығышы менән Тунистан булған Әнис Әмри 12 кешене үлтергән урынды барып күрҙе. Акцияла ҡатнашыусылар донъя йәмәғәтселегенә террорсылар менән ысын мосолмандар араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ икәнен аңлатырға ниәтләй.
- Калифорнияла урман янғындары күләмле афәткә әйләнде. 8 июль башланған янғын көндән-көн күберәк майҙандарҙы ялмап алып Санта-Барбара ҡалаһына яҡынлаша. Бик күп йорт янып көлгә әйләнгән. Халыҡ имен урындарға күсерелә. Ут менән 2 мең янғын һүндереүсе көрәшә.
- Тверҙә рок-фестиваль үткән майҙандан да халыҡты эвакуацияларға тура килде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ауыр машиналарға таҡтырып батҡаҡҡа батҡан 850 автомобилде тарттырып сығарған. Фестиваль яланында 11 мең машина батҡан.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре