Әле унда төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулаған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балалар ял итә. Төрлө һәләттәргә эйә булған, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашыусы балаларҙы йыйған «Йәйләү» лагерында Республиканың мәғариф министрлығы ялд нисек ойошторолоуы менән танышты.Башҡортостандың Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайы, Мәскәү ҡалаһынан килгән балаларҙың һәр береһе үҙ һәләтен күрһәтергә тырышты.12-15 йәштәге балалар бер-береһе менән дә тиҙ уртаҡ тел тапҡан. “Йәйләү” лагерында ял итеү генә түгел, ә үҙ тарихыңды төптән өйрәнеү, төрлө йыр-бейеү конкурстары ла ойошторолған. Лагерҙа балалар егерме көн ял итә. Ошо арауыҡта күптәр яҡын дуҫ та табып өлгөрә. Ял итергә килгән балаларҙың көндәрен күңелле генә түгел, ә файҙалы ла итеп үткәреү өсөн программала яңы үҙгәрештәр индерәләсәк.
Әлшәй районында «Йәйләү» лагерында башҡорт балалары өсөн смена ойошторолдо
Тулыраҡ: Әлшәй районында «Йәйләү» лагерында башҡорт балалары өсөн смена ойошторолдо