Баш ҡала халҡы “Ебәк юлы” халыҡ-ара ралли-рейдта ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алды. 2009 йылдан алып үткәрелгән ярыштарҙа йөк машиналары һәм юлһыҙ ерҙәргә тәғәйен автомобиль экипаждары көс һынаша. Быйылғы маршрут башҡа йылдарҙағыһынан айырыла һәм пилоттар беренсегә Өфөлә туҡтай.Ямғырҙар, ҡойоло юлдар – артта мең ярым саҡырымдан ашыу юл- Мәскәү – Ҡазан, Ҡазан-Өфө этаптары.Салауат Юлаев майҙанында меңәрләгән кеше Ебәк юл раллиһы ҡатнашыусыларын һәм ойоштороусыларын сәләмләй. Матбуғат үҙәге журналистары һәр этап барышын донъя кимәлендә яҡтырта бара.Байрамды күҙәтеүселәр бигерәк тә “Дакар” раллиһының ете тапҡыр чемпионы, исеме донъя кимәлендә билдәле Владимир Чагинды көтөп алды. Ул “Ебәк юл” раллиһын ойоштороусылар рәтендә.Өфөнөң Дим биҫтәһендә пилоттарҙы ҡаршы алыу, ашатыу, ял итеү һәм автомобилдәрҙе йүнәтеү өсөн махсус лагерь ҡоролдо. 7 июль юлға сыҡҡан пилоттар Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡытай юлдарын үтеп Сиань ҡалаһына барып етергә план ҡора. Былтыр Айрат Мардеев һәм Сириль Депре иң оҫта плоттар булып танылғайны, быйылғы ралли еңеүселәренең исемен 22 июлдә белербеҙ.
Икенсе тапҡыр Башҡортостан аша
Тулыраҡ: Икенсе тапҡыр Башҡортостан аша