Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар тупраҡтың артыҡ дымланыуына һәм игендең юҡҡа сығыуына килтерҙе. Әлеге ваҡытта республика хөкүмәтендә яуым-төшөм сәбәпле 107 хужалыҡ зыян күргән 13 районда ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү тураһында документ әҙерләнә. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренс, 22 мең гектар майҙанда иген юҡҡа сыҡҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был зыян 400 миллион һумдан ашыуға баһалана. Синоптиктарҙың фараздары буйынса, яҡын көндәрҙә һауа торошо республика биләмәһендә ярайһы уҡ үҙгәрмәйәсәк. Аҙыраҡ яуым-төшөм төбәктең үҙәк өлөшөндә көтөлә, төньяҡ райондарҙа ҡойма ямғырҙар дауам итәсәк.
Республикала 22 мең гектар майҙанда иген юҡҡа сыҡҡан
Тулыраҡ: Республикала 22 мең гектар майҙанда иген юҡҡа сыҡҡан






