Башҡортостан статистика хеҙмәте аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы анализланы. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, бер йылда кәбеҫтәгә хаҡ өс тапҡырға, кишер, картуф, һуған һәм сөгөлдөргә ике тапҡырға артҡан. Алма һәм әфлисун 23-25 процентҡа ҡиммәтләнгән. Ҡыяр менән помидор иһә 26 процентҡаса арзанайған. Бынан тыш, һарымһаҡ, лимон, банан, сәтләүеккә хаҡ төшкән. Йомортҡа, ҡош ите, һөт, сәй, ҡәһүә, тәмлекәстәр, он һәм ярмалар ҙа арзанғыраҡҡа һатыла. Хаҡтарҙың артыуына нимә сәбәпсе? Марина Левченко көндә тиерлек кибеткә йөрөй. Шуға ла ул хаҡтарҙың аҙна һайын тиерлек үҙгәреп тороуын яҡшы белә. Йәшелсә-емешкә хаҡтар былтырғыға ҡарағанда ҡиммәтерәк, әммә баҙарҙа һатыулашһаң арзаныраҡ хаҡҡа ла алырға мөмкин, ти ҡатын. Һатыусылар әйтеүенсә, йәшелсә, емеш-еләккә хаҡтарҙың үҙгәреп торуы һауа торошона, ямғырҙар яуыуына туранан-тура бәйле, ти һатыусылар.Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, июнь айында ҡайһы бер йәшелсә-емешкә хаҡттарҙың ҡапыл артыуы күҙәтелә. Шулай ҙа һуңғы ике аҙнала картуф -14 %, йомортҡа -3,4, һуған 2,4 процентҡа арзанайған. Ит, макарон, ондоң да хаҡы ла алдағы айға ҡарағанда кәмерәк.Тотороҡһоҙ һауа торошо, ямғырҙар яуыуы мул уңышҡа өмөт өҙә. Шуға ла ниндәй йәшелсәгә йә иһә емешкә-еләккә хаҡ күпме булырын әйтеүе бик ҡыйын.Күмәртәләп һатыу нөктәләрендә алманың ҡайһы бер төрҙәрен 150, һары сейәне — 180-200, болғар боросон – 30, кәбеҫтәне – 15, кишерҙе -40 һумға һатып алырға мөмкин. Картуфтың килограмы әле 20-30 һум тирәһенә тәҡдим итәләр. Ямғырҙар яуып, көн торошо ошолай дауам итһә уның хаҡы көҙгөләккә ике тапҡырға артыуы ла ихтимал, тип фаразлай һатыусылар...Алдағы аҙнала, синоптиктар фараздарына ҡарағанда, йылы көндәр көтөлә. Ямғырҙар ҙа йыш яумаясаҡ. Шуға ла аҙыҡ-түлек баҙарында ла хәл тотороҡланыр, тип көтөлә.
Аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәре ҡыйбатланған
Тулыраҡ: Аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәре ҡыйбатланған