17 июлдән Башҡортостанда «Трактор» операцияһы башлана

Тулыраҡ: 17 июлдән Башҡортостанда «Трактор» операцияһы башлана

Тейешле ҡарарға республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы. Операция барышында машиналарҙың төҙөк хәлдә булыуына, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, шулай уҡ водителдәргә махсус техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибенә төп иғтибар бүленәсәк. «Трактор» операцияһының координаторы – Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошона күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы һәм Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы.