Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Бразилияның депутаттар палатаһы комиссяһы ил президенты Мишель Темерҙы коррупцияла ғәйепләп тауыш бирергә саҡырған. Әгәр ғәйепләү күпселек депутаттарһа хуплау тапһа Юғары суд ҡарамағына тапшырыла. Бразилияла халыҡ хөкүмәттең иҡтисади сәйәсәте менән риза түгел. Коррупцияға бәйле вәзғиәт сығыуын күптәр ошоға бәйләй.
  • Венесуэла оппозицияһы Каракастың бер-нисә урамын ҡапланы. Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар оппозиция лидерын тулыһынса азат итеүҙе талап итә. Әле ул төрмәнән йортона күсерелһә лә, һаҡ аҫтында ҡала.
  • Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар сәбәпле Тибеттә биш ҡатлы бина емерелгән. Ҡытайҙа 12 миллион кеше был афәттән зыян күргән. 80 мең кеше хәбәрһеҙ юғалған. 53 мең йорт емерелгән.
  • Ҡырым күперен төҙөүселәр юлға асфальт түшәй башланы. Асфальт-бетон ҡатнашмаһы Тузла утрауында-күперҙең дүрт өлөшөнә һалынған. Үҙенсәлекле техник ҡоролма өсөн асфальт битумдың яңыртылған полимер ҡатнашмаларын ҡулланып эшләнә.