Киров һәм Пархоменко урамдары киҫелешендә төҙөлөп ятҡан күп ҡатлы йорттан фатир алыусылар “Дуҫлыҡ-строй” торлаҡ төҙөлөш кооперативы менән килешеүҙе өҙөргә теләй. 10 ҡатлы йорт заказсыһы һәм инвестор әлеге ваҡытта енәйәт эше буйынса тикшерелә. Прокуратура хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар проект-смета документтарын инҡар итеп 99 кешегә 307 миллион һумлыҡ фатир һата, был сумманы енәйәтселәр үҙ мәнфәғәтендә файҙалана. Алданыусылар төҙөлөп бөтмәгән йорт тышына аслыҡ башлауҙары һәм эштәрҙе тамамлауҙы талап итеүҙҙәре хаҡында плакаттар яҙып элгән.
Өфөлә төҙөлөшкә өлөшлөтө аҡса индереүселәр аслыҡ иғлан итте
Тулыраҡ: Өфөлә төҙөлөшкә өлөшлөтө аҡса индереүселәр аслыҡ иғлан итте