Ир ҡыҙҙарға ниңә атҡан?

Тулыраҡ: Ир ҡыҙҙарға ниңә атҡан?

Бөгөн Шишмә районы судында пневматик ҡоралдан 3 балаға атҡан ир эше буйынса тәүге ултырыш үтә. Зыян күреүсе ҡыҙҙарға 6, 8 һәм 11 йәш. Уларҙың береһенә реанимация талап ителә, пуляны операция ярҙамында сығарғандар. Ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.Ғәлиә алты йәшлек һеңлеһе менән Мәскәүҙән йәйге каникулға ҡайтҡан. Ул музыка менән мауыға. Хәҙер инде скрипкала уйнауҙы бер аҙға оноторға тура киләсәк. Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ, ике көн элек ҡыҙмаса булып алған ир, урам буйында уйнап йөрөгән өс ҡыҙ баланы пневматик мылтыҡтан атып яралағайны. Күршегә ҡунаҡҡа килгән балаларға ир ни өсөн атыуын бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Йәрәхәт алыусы ҡыҙҙарҙың хәҙер күңелле ял мәлдәрен, тәфтишселәр менән аралашыу, психологтар менән әңгәмәләштереү алмаштырҙы. Бала күңелендә был ҡот осҡос ваҡиға мәңгегә уйылып ҡалды, ти Ғәлиәнең өләсәһе.Балалар араһында иң ныҡ йәрәхәтләнеүсе Ғәлиәнең беләгенә эләккән пуляны наркоз эшләп алалар. Мәскәүҙәге Шопен музыка мәктәбендә белем алыусы ҡыҙға хәҙер шөғөлөн онотоп торорға тура киләсәк.Йәрәхәтләнгән балаға..... пневматик ҡоралдан ошо йортта йәшәүсе 48 йәшлек ир ата. Иркен һатыуҙа булған пневматик ҡорал йәрәхәт кенә түгел, ә һәләкәткә лә илтеүе мөмкин, ти белгестәр.Үҙе өс ҡыҙ балаға атай, ейәнсәрҙәргә олатай булған кеше нисек бындай ҡурҡыныс аҙымға барғаны әлегә билдәһеҙ.