Уларҙың тәүге партияһы эшләнеп заказ биреүсегә оҙатылды. Әле предприятие 92-се тыуған көнөн билдәләргә һәм Халыҡ-ара авиация-йыһан салонында ҡатнашырға әҙерләнә. Сергей Беспаловты хеҙмәттәштәре теләһә ниндәй двигателде лә йыя алған оҫта белгес, тип хөрмәт итә. Цехта ул 1985 йылдан эшләй. Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн орденының икенсе дәрәжә миҙалына ул оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте менән лайыҡ. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә палуба истребителдәре өсөн АЛ-31Ф двигателдәре лә Сергей Александрович хеҙмәт юлына баҫҡан 1985 йылда сығарыла башлай. Егерменсе быуаттың мөһим иҫәпләүҙәре һөҙөмтәһе өлгөләре бөгөн цехҡа яңы эшкә килгән белгестәр өсөн механик йыйыу эталоны булараҡ ҡулланыла. Илдең диңгеҙ сиктәре һағындағы истребителдәр талап ителгәс 2016 йылдан уларға тәғәйен двигателдәрҙең өсөнсө серияһы яңынан етештереүгә ҡуйыла. Һуңғы ун йылда был быуын двигателенә хас ҡоролмаларҙы камиллаштырыуға ҡағылышлы бар яңылыҡтар иҫәпкә алынған. Өфөлә эшләнгән яңы двигатель ҡуйылған Су-33 истребителдәре палубанан тулы хәрби йөкләнештә күтәрелеү режимына әҙер һәм ғәҙәттән тыш осраҡта ҡапыл икенсе әйләнешкә китер ҡеүәткә эйә. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә етештерелгән двигателдәрҙең бер өлгөһө киләһе аҙнала Мәскәү өлкәһе Жуковскиҙа асылған Халыҡ-ара авиация-йыһан салоны күргәҙмәһенә әҙерләнә. Өфө моторсыларының башҡа предприятиелар менән берлектә йыйған двигателдәре лә ошо уҡ күргәҙмәлә урын аласаҡ. Эшселәрҙең төп ғорурлыҡ өлгөһө иһә мауыҡтырғыс осоштары менән күрһәтмә сығыш яһаған “Рус Витязьдарының” Өфө двигателдәрендә эшләүе.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә палуба истребителдәренә двигателдәр етештереү тергеҙелде
Тулыраҡ: Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә палуба истребителдәренә двигателдәр етештереү тергеҙелде