Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Варшавала бер-нисә мең кеше хөкүмәткә ҡаршы митингҡа сыҡҡан. Улар демонстранттарҙың хоҡуҡтарын ихтирам итергә, конституцияны үтәргә саҡырған. Митингта ҡатнашыусылар фекеренсә, Польшала хөкүмәт тарафынан ҡанунда йыш боҙола.
  • Везувийҙы ҡуйы төтөн ҡаплаған. Вулкан атылыуҙан түгел, урман янғындарынан. Тау һыртындағы ауылдарҙа йәшәүселәр, туристар эвакуацияланған. Ҡоролоҡ шарттарында ут менән һаҡһыҙ эш итеү ошондай ҙур фажиғәгә алып килә, әммә ут төртөү осраҡтары ла бар, тип хәбәр итә Италия полицияһы.
  • Ҡытайҙың көньяғында һыу баҫыу сәбәпле һәләк булыусылар бар. Янғын һүндереүселәр көслө ағымдан ике кешене ҡотҡарған. Улар янғын һүндереүсе машиналағы кран ярҙамында имен урынға күсерелгән.
  • Вашингтонда 105,5 йышлығында Юлдаш радиоһы тапшырыуҙары эфирға сыға башланы. Хәҙер инде Америка ватандаштары донъялағы, Рәсәйҙәге, шул уҡ Ҡушма Штаттарҙағы хәлгә ҡарата башҡа төрлө фекерҙе лә ишетә ала.