Быйылдан ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарында айырым һөнәр буйынса түләүле уҡыуға хаҡ күтәрелде. Бындай үҙгәрештәр Өфөләге биш университетта ла күҙәтелә. Хаҡтарҙың ҡапыл үҫеүе нимәгә бәйле? Сорғот ҡалаһынан килгән абитуриент Светлана Өфө Дәүләт нефть техник универститетына документтарын тапшырған. Иҡтисади хәүефһеҙлек йүнәлеше хәҙер киң таралған һөнәр түгел, шулай ҙа ул түләүле факультеттар рәтендә. Светлана киләсәктә үҙен тап иҡтисад йүнәлешендә күрә, шуға ла имтихан балдары бюджет урынына етмәһә лә, түләүлеһенә инәсәкәмен, ти ул.Быйылғы юғары уҡыу йорттарындағы коммерция бүлегендә белем алыуға хаҡ кәмендә егерме мең һумға артҡан. Тик бындай үҙгәрештәр абитуриенттарҙы, дөрөҫөрәге, уларҙың ата-әсәләрен ҡурҡытмай. Хаҡтарҙың артыуы нимәгә бәйле һуң? Был ҡарар Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрлығында ҡабул ителгән яңы программаға ҡайтып ҡала. Федераль ведомство белем биреү йүнәлешен хәҙер гуманитар, инженер һәм художество төркөмдәренә бүлгән. Тап ошо ҡағиҙә уҡыу йорттарына хаҡтарҙы үҙҙәренә билдәләүгә мөмкинлек бирә. Өфөлә биш юғары уҡыу йортонда хаҡтар күтәрелгән. Башҡорт дәүләт университетында наноматериалдар һәм мәҙәниәт факультетында коммерция нигеҙендә уҡыу йылына 140 мең, Өфө дәүләт нефть техник университетында дизайн бүлегендә 160 мең, архитектура 150 мең, Башҡорт дәүләт авиация университетында наноинженерия һәм авиатөҙөлөш бүлегендәге коммерция килешеүе йылына 140 мең, Башҡорт дәүләт медицина университетында стоматология факультетында түләүле уҡыу йылына 150 меңгә барып баҫа. Ә бына Башҡорт дәүләт педагогия университетында китапханасы һәм физкультура уҡытыусыһы һөнәрҙәре буйынса түләүле уҡыу йылына 173 меңгә төшәсәк. Коммерция бүлегендә хаҡтарҙың артыуы студенттар һәм ата-әсәләр өсөн дә ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Шулай ҙа, юғары уҡыу йорттарында абитуриенттар һаны кәмей, тип әйтеп булмай. Быйыл юғары уҡыу йорттарында белем алыу өсөн һөнәрҙәргә хаҡтарҙың ҡапыл күтәрелеп китеүенән тыш, абитуриенттар өсөн конкурстар ҙа ҡәтғи рәүештә үткәрелә. Әйткәндәй, бындай хаҡтар беренсе курс студенттары өсөн генә ҡаралған. Улар өсөн бер йыл эсендә өлөшләтә түләү мөмкинлеге булдырылған.
Белем тауына менеү нисә һум тора?
Тулыраҡ: Белем тауына менеү нисә һум тора?






