Республика ҡаҙнаһынан спортҡа бүленгән сығымдар һөҙөмтәле файҙаланылырға тейеш

Тулыраҡ: Республика ҡаҙнаһынан спортҡа бүленгән сығымдар һөҙөмтәле файҙаланылырға тейеш

Ошо турала бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов спорт һәм физик культураның айырым йүнәлештәрен үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә белдерҙе.Төбәктә 127 балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләп килә. Уларҙа спорттың 68 төрө буйынса шөғөлләнәләр. Бынан тыш, 170 мең самаһы бала йөҙәрләгән башҡа спорт учреждениеларында сәләмәтлектәрен нығыта. Әммә, был ойошмаларҙа спорт менән шөғөлләнеү түләүлегә әйләнә бара. Бынан тыш, ата-әсәләрҙән төрлө түләүҙәр йыйыу ойошторолған. Башҡортостан ҡаҙнаһынан физик культура һәм спортҡа ҙур аҡса йүнәлтелә. Әммә, балалар һәм үҫмерҙәр спортында яҡшы уңыштар юҡ. Бынан тыш, юғары кимәлдә сығыш яһаған республика командаларында Башҡортостан тәрбиәләнеүселәре һирәк. Рөстәм Хәмитов был өлкәлә тәртип урынлаштырыуҙы талап итте.