Район суды ҡарары менән ул 2 айға ҡулға алынды. Ир үҙ эшенең ҡаралғанын тәфтиш изоляторында көтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡыҙмаса булып алған ир, урам буйында уйнап йөрөгән өс ҡыҙ баланы пневматик мылтыҡтан атып яралағайны. Күршегә ҡунаҡҡа килгән балаларға ир ни өсөн атыуын бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай.
Шишмәлә ҡыҙҙарға пневматик ҡоралдан атыусы иргә ғәйепләү белдерелде
Тулыраҡ: Шишмәлә ҡыҙҙарға пневматик ҡоралдан атыусы иргә ғәйепләү белдерелде