- Тымыҡ океан флотының “Томск” атом һыу аҫты крейсеры экипажы күнекмәләр ваҡытында Камчатка крайындағы Кура полигонына ҡанатлы ракета осорған. Ул бик күп саҡырымдар үтеп шартлы сәпкә тейеп шартлаған. “Томск” һыу аҫты кәмәһе 2016 йылда Рәсәй хәрби-диңгеҙ флоты беренселегендә тәүге урын алғайны. Былтыр яҡшы хәрби әҙерлек өсөн тымыҡ океан флоты етәкселегенең күсмә кубогы менән бүләкләнде.
- Киевта Украинаның юғары радаһы бинаһы янында депутаттарға ҡаршы күләмле акция үткән. Унда ҡатнашыусылар ябай халыҡ өсөн дә, депутаттар өсөн дә ҡанундарҙы тигеҙ ҡулланырға саҡырған.
- Бразилияның элекке президенты да Силва 9 йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде. Ул коррупцияла һәм законһыҙ юл менән аҡса алыуҙа ғәйепләнә. Дәүләт башлығының иркенән мәхрүм ителеүе Бразилия тарихында тәүге осраҡ.
- Хорватияла туристарҙы тәртипкә өйрәтергә уйлайҙар. Хәҙер урам буйында һыу инеү костюмында йөрөгән өсөн 600, спиртлы эсеклек эскән өсөн-700 евро түләргә тура киләсәк. Хорватияға ял итергә килеүселәр араһында иҫерткес эсемлектәрҙе иң күп ҡулланыусылар Бөйөк Британиянан икән.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре