Тырыш эше менән республика үҫешенә булышлыҡ иткән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт наградарын тапшырҙы. Йәмғиәттә йәшәгән һәр кем мөкиббән эше менән уның уңышын хәстәрләй. Предприятие коллективы, һөнәр тармағы, республика үҫеше хаҡына берҙәм һәм әүҙем хеҙмәт итә. Ошо хеҙмәттең баһаһын дәүләт кимәлендә таныуға өлгәшеү тәбрик һәм маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Бүләкләнеүсе биш тиҫтәнән ашыу хеҙмәт алдынғылары араһында ҡала-район, эре предприятиелар етәкселәре, фән эшмәкәрҙәре, сәнәғәт, транспорт, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт күрһәтеү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләре вәкилдәре бар. Әбйәлил районы Амангилде ауыл мәҙәниәт һәм ял үҙәге мөдире Зифа Ҡужахмәтова Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре билдәһенә яуап итеп республика башлығына үҙ бүләген тапшырҙы.Милли көрәш менән ярты быуатҡа яҡын шөғөлләнгән Йәлил Йосопов та халҡыбыҙҙың боронғо аманатының тоғро һағында. Тәүҙә спортсы, хәҙер тренер дәрәжәһендә милли көрәш оҫталығын таныта. Грек-рим һәм милли көрәшселәрҙең олимпия резервын әҙерләгән спорт мастеры республика башлығының төбәктә һәүәҫкәр спортты үҫтереүгә тейешле иғтибар биреү тураһындағы фекерен һөйөнөп ҡабул иткән.Һөнәренә тоғро, эшенә ғашиҡ ошондәй ватандаштарыбыҙҙың белем-тәжрибәһе, ихтыяр ныҡышмаллығы һәм рух көсө башҡалар өсөн өлгө. Республиканың уңышы һәм тотороҡло үҫеше өсөн ул оло әһәмиәткә эйә.Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн тапшырылған награданы бүләкләнеүселәр үҙен генә түгел, эшләгән коллективтарын һәм хеҙмәттәштәрен хөрмәтләү ғәмәле тип ҡабул итә. Һәм киләсәктә үҙ иңенә йәнә яуаплыраҡ бурыс алыуын билдәләй.
Бөгөн хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде
Тулыраҡ: Бөгөн хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде