Башҡортостанда ундан ашыу районда ғәҙәттән тыш хәл индерелә

Тулыраҡ: Башҡортостанда ундан ашыу районда ғәҙәттән тыш хәл индерелә

Был юлы ҡоролоҡ сәбәпле түгел, ҡойма ямғырҙар сәселгән игенде юҡҡа сығара. Тамырынан серегән ашлыҡ, һабағынан һынған һоло, бойҙай. Был, айырыуса, республика үҙәгендә урынлашҡан райондарға хас. Ҡазаға тарыған хужалыҡтарға федераль ҡаҙнанан да ярҙам күрһәтелеүе ихтимал. Бөгөн беҙҙең телекомпанияның медиа үҙәгендә хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов хәбәрселәр менән осрашып, республика, үҙ сиратында, хужалыҡтарға бар яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, тине. Тауыҡ йылы барын сәс, һис булмаһа тары сәс. Мул уңышҡа ишаралаған халыҡ мәҡәле беренсе тапҡыр ысынбарлыҡҡа тура килмәне. Башҡортостан хужалыҡтары тары сәсмәһә лә, ужым арышы, ужым бойҙайы, ҡарабойҙай, борсаҡ һәм һоло баҫыуҙары, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө майҙандарынан быйыл уңыш көткәндән байтаҡҡа түбән буласаҡ. Был турала хәҙер ауыл хужадығы министрлығында ла асыҡтан-асыҡ әйтәләр. Эш ауыл халҡының ялҡаулығында түгел, төп сәбәп ҡойма ямғырҙарҙа. Июндә республикала тик ете көн генә ямғыр яуманы. Июль дә аяҙ көндәре менән ҡыуандырмай. Айырым райондар, мәҫәлән, Кушнаренкола хәлдәр тағы ла ҡатмарлыраҡ. Иген баҫыуҙарында бөгөн арыш баш ҡоҫмай, ә аҡсарлаҡтар йөҙөп йөрөй. Был ошоғаса күҙәтелмгән хәл. Ғәҙәттән тыш хәл режимында йәшәгән 13 район һәм бөгөндән ярҙам һораған йөҙҙәрсә хужалыҡ. Башҡортостан етәкселеге уларҙы бәлә алдында үҙҙәрен ҡалдырмаясаҡ. Ә бына егерме ике мең гектарҙа юҡҡа сыҡҡан ашлыҡтың хаҡы әле үк 426 миллион һумға яҡынлаша. Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары кәм тигәндә лә өс милион тона ашлыҡ йыйып алыу маҡсатын ҡуйғайны. Әммә, был бурыстың үтәлмәүе, ә иген күләменең байтаҡҡа кәм булыуы бар. Тик һандарҙың түбәнәйеүенән ҡурҡырға ярамай. Республиканың үҙен үҙе икмәк менән тәьмин итә алырлыҡ көсө бар. Аяҙ көндәргә өмөт иткән ауыл халҡы хәҙер тәбиғәттән ярҙам һорай. Ҡалтасыла руханиҙар доға ҡыла. Был тәбиғәт мөғжизәһеме, әллә хоҙай ярҙамымы, хәҙер районда ямғыр яуғаны юҡ. Бөрө һәм Нефтекама епискобы Амвросий баҫыуҙағы ашлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн, яландарға изге һыу һипкән. Ә ҡойма ямғырҙарға Башҡортостандың Урал аръяғы райондары хужалыҡтары, киреһенсә, шат та кеүек. Дымға сарсаған дала-ялан яҡтары йылғалары ниһәйәт, һыуға туйҙы. Быйылғы ямғырҙар республиканың үҙәк өлөшө өсөн ныҡ ҡурҡыныс. Шишмә баҫыуҙарында күренеш ҡыуаныс түгел, ә көйөнөс кенә уята, ти агроном Салауат Мөсәлимов. Шулай ҙа Башҡортостан өсөн тауыҡ йылы тауыҡ аҡылы менән тамамланмаҫ. Көндәр аяҙ торһа, башаҡ көс йыйырына ышаныс бар. Быйыл аграрийҙар шәкәр сөгөлдөрөнөң мул уңыш биреренә өмөтләнә.