Зоя Туғанова Силәбенең һаулыҡ һаҡлау министрлығынан утыҙ йыл элек бала табыу йортонда ҡыҙын алмаштырғандары өсөн өс миллион һум компенсация талап итә. Ҙур сумма, тик ул ике ғаилә кисергән тетрәнеүҙе бер нисек тә юя алмай., ҡапма-ҡаршы яҙмыштары һәм төйөндөң сиселеше тураһында киләһе репортаж. Акушерҙарҙың бик күп йылдар элек эшләгән хатаһы – оҡшаш фамилиялы Катя һәм Люциәнең яҙмышының боҙолоуы сәбәпсеһе.Утыҙ йыл элек балалар табыу йортонан һары сәсле ҡыҙ баланы үҙенең әсәһенән айырып башҡорт ғаиләһенә оҙаталар. Сабый Силәбеләге фатирына түгел, ә 50 саҡырым алыҫлыҡтағы ауылға юллана. Люциәнең атаһы, ҡыҙының славян йөҙ-ҡифәтле булыуын күтәрә алмай, күршеһендәге урыҫ ирҙе үлтереп, төрмәгә ултыра. Әсәһе, ҡайғыһынан, эскегә һалыша. Һөҙөмтәлә Люциә 18 йәшенә тиклем балалар йортонда тәрбиәләнә.Башҡорт ҡыҙы урыҫ ғаиләһендә, киреһенсә, етеш тормошта үҫә. Туғановтарҙа балаларҙың алмашыныуы тураһында шик бала табыу йортонан ҡайтҡас та тыуа. Зоя Антоновна иптәше мәрхүм булғас ҡына үҙ ҡыҙын социаль селтәрҙәр аша табып ала. Өлкә түрәләренән һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығынан түләттергән компенсацияға ул ҡыҙына Силәбенән фатир һатып алып бирергә теләй. Министрлыҡта компенсацияны үҙ иректәре менән сығарып бирмәйәсәктәрен белгерткәндәр. Суд барышын тиҫтәләгән шаһиттан һорау алыу ҡатмарлығы һәм дауахана архивынан ул йылдарҙағы юғалған документтар тотҡарлаясаҡ.
Хата өсөн 3 миллион һум
Тулыраҡ: Хата өсөн 3 миллион һум






