Ваҡиға Биштирәк ауылынан 3 саҡрым алыҫлыҡта була. Ваҡ мал көтөүе ҡойма ямғырҙан йәшенеп яңғыҙ ҡайын төбөнә йыйыла. Йәшен тубына 7 ихатанан 78 баш һарыҡ-кәзә эләгә. Көтөүсе 14 йәшлек малай бәхеткә ағас төбөнә етеп өлгөрмәгән була, ул зыян күрмәгән. Малдарҙы махсус соҡорға күмдерҙек, ти Байыш участка ветеринар дауахана мөдире Әхтәм Мөхәмәтйәнов. Малдарҙы йәшен атыуы йыш осрай. Быға тиклем Шаран районында ямғырҙан ағас аҫтына ҡасҡан 101 һарыҡты йәшен атҡайны. Чилиҙа йәшендән бер юлы 60 һыйыр һәләк булды. Шуға ла ямғыр ваҡытында малдарҙы яңғыҙ ағастарҙан алыҫыраҡ алып китергә кәңәш ителә. Төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килмәһен өсөн уләкһәне махсус урындарға күмергә кәрәк.
Ейәнсура районында йөҙгә яҡын һарыҡ-кәзәне йәшен атҡан
Тулыраҡ: Ейәнсура районында йөҙгә яҡын һарыҡ-кәзәне йәшен атҡан