Енәйәт эшен тикшереү барышында биш кеше беҙҙең илдә был ойошма эшмәкәрлеге тыйылыуын белә тороп уның рәттәренә баҫа һәм Өфө, Саҡмағош, Дүртөйлө райондары биләмәһендә бүлексәһен аса. “Тәблиғи джамаат” ислам экстремизмы идеологияһын пропагадалауҙы, яңы ағзалар йәлеп итеүҙе, исламдың радикаль формаһын таратыу юлы менән донъяла хакимлыҡҡа ынтылыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Хөкөм ителеүселәрҙән экстремистик әҙәбиәт тартып алынған. Суд ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
Республикала экстремистик “Тәблиғи джамаат” ойошмаһы ағзалары хөкөм ителде
Тулыраҡ: Республикала экстремистик “Тәблиғи джамаат” ойошмаһы ағзалары хөкөм ителде