Республика башлығы төҙөлөшкә алдан аҡса йыйыуҙы тулыһынса тыйырға саҡыра

Тулыраҡ: Республика башлығы төҙөлөшкә алдан аҡса йыйыуҙы тулыһынса тыйырға саҡыра

Ошондай тәҡдим менән республика федераль властарға сығырға ниәтләй. Башҡортостан хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә төбәк башлығы өлөшсөләр мәсьәләһенә нөктә ҡуйырға ҡушты. Рөстәм Хәмитов төҙөлөш ойошмаларын тәнҡитләп, һуңғыларына банктан кредит алып төҙөргә, йортто тапшырғас ҡына һатыуға сығарырға рөхс!әт итергә кәрәк тине. Бындай идеялар федераль кимәлдә күптән яңғырай, әммә белгестәр фекеренсә, был аҙым күсемһеҙ милеккә хаҡты 20 процентҡа тиклем арттырасаҡ. Сөнки банктарға кредитҡа төҙөргә тура килә.