Өфө урамдарында рөхсәтһеҙ сауҙа итеүселәр арта

Тулыраҡ: Өфө урамдарында рөхсәтһеҙ сауҙа итеүселәр арта

Был, әлбиттә, тәү сиратта емеш-еләк миҙгеле башланыуға бәйле. Әммә күптәр сауҙа итер алдынан тейешле документтар юллау кәрәклеге хаҡында онотоп ебәрә. Емеш-еләк, йәшелсәләр һатып торған был ҡатын камераны күргәс тә, ҡулына кеҫә телефоны алып кемгәлер шылтыратырға тотондо. Урамда сауҙа иткән ханымдың ҡулында тейешде документтары юҡ. Шуға ла ул хәҙер штраф түләргә тейеш. Күп тапҡыр штраф түләүҙәр, тикшереүҙәр урам буйындағы һатыусылар өсөн ғәҙәти күренеш. Улар өсөн иң мөһиме кеше күп йөрөгән урынды һайлау һәм мул килем эшләү. Халыҡтың ҡарашы ла быға төрлөсә — берәүҙәр килограмлап һатып алһа, икенселәре бындай сауҙаны урап үтә. Өфөлә аҙыҡ-түлекте документһыҙ һатыу ҡәтғи тыйыла. Әй урамында аҙыҡ-түлектең санитар тикшереү үтеүенә документтарҙы тикшерә башлағанда ла, һатыусылар үҙ кибеттәрен ташлап ҡасыу юлын һайлай. Серегән йәшелсәләр, асыҡ һауала һаҡланған балыҡ, ит. Һатыусыларҙы яҡлаған кешеләр ҙә табыла. Урамда йәшелсә-емеште махсус һауыттарҙа урынлаштырып тәҡдим иткән осраҡта ла уны ҡояш эҫеһенән, туҙандан һәм бөжәктәрҙән һаҡлауы еңел түгел. Әммә, күренеүенсә, күптәр быға иғтибар итмәй. Урам буйында һатылған емеш-еләк һәм башҡа тауарҙарҙың хаҡы күпкә осһоҙораҡ. Халыҡтың сиратҡа тороп кәрәкле аҙыҡ-түлек алыуы төп сәбәптәренең береһе. Быйыл баш ҡалала июнь айында ғына йәшелсә-емеш һатырға документтары булмаған йөҙгә яҡын һатыусы тотолған.Һатыуға рөхсәте булмаған физик шәхестәргә 500 һумдан мең ярымға тиклем күләмдә штраф һалына. Әммә урамда сауҙа итеүселәрҙе был ҡурҡытмай. Ҡанун боҙоп булһа ла килем алыу улар өсөн төп маҡсат булып ҡала.