- Бразилия парламентының түбәнге палатаһындағы хоҡуҡ комитеты президент Мишель Темер эшен илдең юғары судына тапшырыу тураһындағы тәҡдимгә ҡаршы сыҡты. Темер эре сәнәғәт корпорацияһы ярҙамында аҡса эшләүҙең йәшерен схемаһын ойоштороуҙа ғәйепләнә. Ришүәт күләме 12 миллион доллар самаһы.
- Яңыраҡ ҡына Джи 20 саммитында үбешеп торған Меркель менән Макрон араһынан ҡара бемәй үткән. Франция президенты: “Европа берлегендәге тотороҡһоҙлоҡтан файҙаланып Германия финанстарын арттыра”-тип белдергән. Макрон Европа берлегендә дөйөм бюджет һәм уны ҡулланыуҙы күҙәтеүсе ойошма булдырырға саҡырған.
- Киевта тыныс түгел. Юғары рада янында ғына ҡаршылыҡ акциялары үтә. Демонстранттар медицина һәм пенсия реформаһына ҡаршы сығыш яһай һәм коррупцияла шикләнгән депутаттарҙың вәкәләттәрен туҡтатыуҙы талап итә. Профсоюз ойошмаларынан тыш, акцияла милләтселәр ҙә ҡатнаша. Улар полицияға төтөн шашкалары ырғытып тәртипһеҙлектәр ойошторған.
- Көньяҡ Кореяла ҡот осҡос аварияла ике кеше һәләк булған, 20 кеше йәрәхәтләнгән. Юғары тиҙлектә хәрәкәт итеүсе автобус водителе идараны юғалтып алда китеп барған алты автомобилгә бәрелә һәм береһенең өҫтөнө менеп китә.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре