Уны тәбрикләргә 38 ейән-ейәнсәре, 43 бүлә-бүләсәһе, барлығы 125 кеше йыйылды. Тыуған көн ғаилә һабантуйына әйләнде. Туғандарҙың күп булыуы һәр кем өсөн дә оло бәхет. Табын әҙерләүҙә бөтә ғаилә вәкилдәре лә ҡатнаша. Ҡунаҡтарҙың бөтәһендә һыйлар өсөн кәм тигәндә лә бер һарыҡ, ә өҫтәлде иһә ике урында әҙерләргә кәрәк, ти Мәстүрә инәйҙең балалары.Мәстүрә инәйҙең тормош юлы еңелдәрҙән булмай. Бала сағында уҡ ул бер туған 7 ағай-апаһын тиф ауырыуынан юғалтып, яңғыҙы ҡала. Һуғыш йылдарында тракторсы, ә һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы хат ташыусы булып эшләй. Тормош юлы ауыр булһа ла ағинәй 11 балаға ғүмер бүләк итә. Уларҙың Һәр береһенең үҙ тормошо. Хәҙер инде Мәстүрә Әбделкәрим ҡыҙының 38 ейән-ейәнсәре, 43 бүлә-бүләсәһе бар. Нәҫелебеҙ йыл һайын 3-4 балаға күбәйеп тора, тип шаярта балалары. Бында йыйылған ҡунаҡтар Мәстүрә инәйҙең нәҫел-нәсәбенең өстән бер өлөшө генә. Әгәрҙә бөтәһе лә йыйылһа, ихата ла баҫып торорлоҡ урында ҡалмаясаҡ тип шаярта. 90 йәшлек инәй һәр ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәләренең исемен, хатта тыуған көндәрендә иҫләй.Йыл һайын ғаилә байрамына кәм тигәндә лә 100-ҙән ашыу кеше йыйыла. Ғәҙәттәгесә, тәүҙә Мәстүрә инәй балалары менән айырым табында ултыра.Ҙур табынға ҙур йорт та кәрәк. Мәстүрә Алсынованың нәҫеле бер клуб тултырырлыҡ тамашасылар һанына тиң. Шуға ла байрам тап урындағы мәҙәниәт йортонда уҙа. Өлкәндәр табын артында хәтер ептәрен һүтһә, балаларҙың үҙ шөғөлө. Улар өләсәйҙәре Мәстүрә инәй өйрәткән бороңғо уйындарҙың береһе “Йәшерәм яулыҡ” уйыны менән мәшғүл.Мәстүрә Әбделкәрим ҡыҙының нәҫеленең татыу булыуының төп сере- бала саҡтан дөрөҫ тәрбиә биреү. Бер тәрилкәнән ашап үҫтек, кейем-һалымды ла алмашлап кейҙек, тип хәтерләй балалары.Ҙур байрамдан һуң, ҡунаҡтар йола буйынса соланға келәм элеп ғаилә менән иҫтәлеккә фото төштөләр.Бөгөн төбәктә демографик хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн ғаиләлә кәм тигәндә лә 3 бала үҫтерергә кәрәк. Ә Мәстүрә Әбделкәрим ҡыҙының тормош юлы, йәш быуынға миҫал була алырлыҡ. Ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла бирешмәҫкә. Оҙаҡ йәшәү сере тап ошонда ти, унынсы тиҫтәне ваҡлаған ағинәй.
Йылайыр районында йәшәүсе Мәстүрә Алсынова 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне
Тулыраҡ: Йылайыр районында йәшәүсе Мәстүрә Алсынова 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне