Өфө ҡалаһы Нижегородка биҫтәһендә йәшәүсе Гөлнур Ниғмәнова хаҡында шулай тиҙәр. Сәскә ҡарап ул рухи ләззәт кенә түгел, ә күңел дауаһы ла ала. Гөлнур ханым сәскә үҫтереү менән ныҡлап ун биш йыл элек шөғөлләнә башлай. Атай-әсәйемдең шөғөлөн дауам итәм, улар ҙа сәскәләргә ғашиҡ кешеләр ине, ти республикаға билдәле онколог. Көндә тиерлек кеше ҡайғыһы менән осрашҡан ҡатын ауыр эштән ҡайтҡас бар тирә йүнгә йәм биреп ултырған сәскәләрҙе тәрбиәләүҙән күңел тыныслығы таба.Рауза, лилиә, георгин, петуния, ҡәнәфер, сальвия, портулак... – баҡсалағы сәскәләрҙе һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Айырыуса беҙҙең яҡтарҙа һирәк осраған, „мыжыҡ„ гөлдәр рәтенә ингән гортензия баҡсаға бер йәм өҫтәп ултыра. Баҡсала 200 яҡын сәскә төрө, уларҙың 50 – һе сит илдән алып ҡайтылған. .... Гөлдәрҙе дөрөҫ тәрбиәләүҙән тыш, улар менән "уртаҡ тел" таба белеү ҙә мөһим, ти Гөлнур ханым.Сәскә ғүмере бик ҡыҫҡа. Әммә ошо ваҡыт арауығында ла улар тормоштоң һәр минутының ҡәҙерен белергә, илһам алырға көс биргәндәй. Яман шеш менән ауырығандарға йәшәүгә өмөт уятырға ла ярҙам итә сәскәләр Гөлнур ханымға.
Сәскәләргә мөкиббән киткән онколог
Тулыраҡ: Сәскәләргә мөкиббән киткән онколог