Ҡайҙа уҡырға барырға?

Тулыраҡ: Ҡайҙа уҡырға барырға?

Ниндәй һөнәр үҙләштерергә? Әлеге осорҙа мәктәпте тамамалаған егет-ҡыҙҙарҙы тап ошо һорауҙар борсой. Ә уҡыу йорттарында ҡабул итеү имтихандары башланды ла инде. Бүлмәләрҙә ҡағыҙға ҡәләм менән һыҙған тауыштар ғына ишетелә. Егет-ҡыҙҙар бар һәләтен һәм тырышлығын һалып натюрморт төшөрә. Сөнки иң яҡшы һүрәт авторҙары Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында уҡырға инәсәк. Тәү сиратта буласаҡ студенттарҙың рус теле һәм әҙәбиәте буйынса белем кимәле иҫәпкә алына, аҙаҡ һынлы сәнғәттә һәләттәрен тикшерәләр.Ижади имтиханда абитуриенттар биш төрлө һынау үтә. Тәүге икәүһе ябай ҡәләм менән ҡағыҙҙа портрет һәм кеше фигураһын һынландырыу. Ҡалғандары киндерҙә майлы буяҙар менән портрет, натюрморт һәм композиция эшләү.Һәр эшкә дүрт сәғәт бирелә. Әйтергә кәрәк, бындай ҡаты һынауҙар илдең дүрт уҡыу йортонда ғына үткәрелә. Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала килә баш ҡалабыҙҙа урындашҡан сәнғәт институты абруйлы дәжәгә эйә. Бында конкурс та ҙур: бер бюджет урынға скульптура бүлегендә өс кеше дәғүә итә, һынлы сәнғәттә дүрт. Дизайн бүлеге түләүле, унда ун кеше уҡыу хоҡуғына эйә. Хатта сит илдән килгән уҡыусылар ҙа уҡырға теләк белдергән.