Балаларға аманат, ейәндәргә мираҫ булһын өсөн

Тулыраҡ: Балаларға аманат, ейәндәргә мираҫ булһын өсөн

Өфөлә йәшәгән Галина Блохина Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында атаһына тапшырылмаған миҙалды юллап алыуға өлгәште. Ил президенты указына ярашлы уға рядовой Виктор Батыревтың хәрби батырлыҡтар өсөн миҙалының танытмаһы тапшырылды. 70 йылдан ашыу элек тамамланған һуғыш шауҡымы һаман бар. Республика хәрби комиссариаттарына тапшырылмаған наградаларын эҙләүҙе үтенеп йыл һайын тиҫтәләгән кеше мөрәжәғәт итә. Башҡаланың Октябрь районы хәрби комиссариаты ғына 2013 йылдан алып бөгөнгә тиклем 11 кешегә һуғыш ордены һәм миҙалы танытмаһын тапшырылған.Галина Викторовнаның атаһы, Бөйөк Ватан һуғышында Кенингсбергты азат иткән өсөн бүләкләнгән наградаһын көтөп ала алмай донъя ҡуйған. Ошо миҙалды юллағанда ветерандың хәрби батырлыҡ өсөн наградаһын да алмағаны асыҡлана. Ветерандың ҡыҙы бөгөн атаһы аманатын үтәгәненә һөйөнә. Уның шатлығын район хәрби комиссариаты коллективы ла уртаҡлашты. Галина Блохина хәрби миҙал танытмаһы тапшырылды.Бындай тантаналар һирәк күренеш түгел, тиҙәр хәрби комиссариатта. Хәҙер һәр кем үҙ теләге менән Интернеттағы “Онотолған полк” кеүек сайттарға инеп атай-олатаһының тапшырылмаған наградаһы тураһында мәғлүмәт ала ала. Хәрби комиссариаттарҙың иһә уларҙы юллау сараһы бар. Ветерандар һәм уларҙың балалары менән бәйләнештәр тығыҙ, ти Октябрь районы ветерандар советы рәйесе Валерий Япаров.Орден миҙалдар табылған осраҡта уларҙың хужаһы йә вариҫтарына бары танытма бирелә. Дәрәжәһенә ҡарап муляжы яһалыуы ла мөмкин. Был тәртип ил президенты указы менән билдәләнгән.Галина Викторовна атаһының 1946 йылда һуғыштан ҡайтҡанын яҡшы иҫләй. Күстәнәскә алынған немец шоколады кеүек үҙе асы, үҙе татлы улар, ти. Һуғыш хәтирәләре яугирҙәргә түгел, ә улар бәхетле тормош бүләк иткән быуын вәкилдәренә ҡәҙерле. Илһөйәрлек тойғоһонан тыш был иҫтәлектәр шанлы тарихҡа ихтирам менән бөгөнгө тыныслыҡҡа һаҡсыллыҡ тәрбиәләй.