Ямғырҙарҙың туҡтап тороуына ҡортсолар ҡыуанған кеүек баҡсасылар ҙа һөйөндө. Бигерәк тә еләк үҫтереүселәр. Көндәр йонсоу тороуға ҡарамаҫтан, урманда ла, баҡсала ла төрлө-төрлө емеш-еләктәр бешә. Үткән аҙналағы ҡояшлы көндәрҙең файҙаһын еләкселәр тойоп та өлгөрҙө. Беҙ был турала “Еләкле ялан” йәрминкәһендәге төрлөлөктө һәм муллыҡты күреп әйтәбеҙ. Был аҙнанан Спорт һарайы алдындағы йәрминкәнең иң татлы осоро башланды. Үлсәүҙәргә бер-бер артлы мөлдөрәмә тулы кәрзиндәр, күнәсектәр ҡуна. Тәбиғи ризыҡтарға өҫтөнлөк биргән баш ҡала халҡының ихтияжына яуап итеп һатыусылар ҙа, үлсәүҙәр ҙә бер минутҡа ла бушамай. Ҡыҙыл, эре һәм тәмле итальян еләктәре һатып алыусылар өҫтәленә юллана.Мөхйәровтар ғаиләһенең итальян еләктәрен үҫтерә башлауына быйыл бер йыл. Башҡа сорттарҙан айырмаһы — иртә өлгөрөүҙә һәм эре булыуында. Дөрөҫ ултыртыу, дөрөҫ тәрбиәләү һәм хатта дөрөҫ өҙөп алыу — барыһы ла мөһим. Түккән хеҙмәтеңдең сифатын күрергә теләүселәрҙең серҙәре бихисап, мәшәҡәттәре лә.Баҡса еләген сыйырсыҡтар ҙа ярата икән. Эргә-тирәләге урмандан килгән ҡуяндарҙан яланды көнө-төнө ҡарауылларға кәрәк. Яңыраҡ хатта көҙән баҡсаға һуҡмаҡ таҡырайта башлағас, хужалар эттәрен бергә алып йөрөй башлай. Бесәйгә лә етәрлек эш эләгә. Балалар иһә бәләкәйҙән эш рәтен белеп үҫә.Мөхйәровтар ғаиләһе былтыр ауыл хужалығы министрлығынан, эшен яңы башлаусы фермер булараҡ, ГРАНТ ала. Әммә бының менән генә эш бөттө түгел — уларға иртәнге сәғәт 4-тән кисе 12-гә тиклем, хатта ҡайһы берҙә төнгө 2-гә хәтлем тырышып эшләргә тура килә. Улар эштәрен еңелләштереү яҡлы: баҡсала автоматлаштырылған һуғарыу системаһы урынлаштырылған, ҡый үләндәре үҫмәһен өсөн рәт араһына һалам түшәлгән, артыҡ ямғыр һыуҙары яланда йыйылмаһын өсөн махсус траншеялар ҡаҙылған. Еләк 20 градус йылыла ла өлгөрә, тик гел генә еүеш тупраҡта тамырҙары сереүе, дымлы һауала емештәрҙең күгәреүе бар. Был осраҡта траншеяларҙың барлығы һиҙелерлек ярҙам. Ә ҡоро көндәрҙә бер гектар ерҙе заманса система һуғара.Тамсылап һуғарыу системаһы еләктәрҙе һыуыҡтан, сүп-сарҙан, мыйыҡ ебәреүҙән һаҡлау өсөн түшәлгән агротекс аҫтынан үтә. Ә теплицала үҫентеләр тамыр нығыта.Ер үҙенә баш эйгәндәрҙе ярата һәм мул уңыш менән бүләкләй. Мөхйәровтарҙың көн кискә ауышыуға силәк-силәк, кәрзин-кәрзин бешкән еләктәре йыйылды. Уңғанлыҡтың сиктәре юҡ, шулай ҙа күрһәткесе бар — ул көнөнә ике тапҡыр йыйып алынған 100-әр килограмм ҡып-ҡыҙыл, татлы, файҙалы, итальян еләктәре.
Бешкә еләк тәме
Тулыраҡ: Бешкә еләк тәме