Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төҙөлөшкә алдан аҡса йыйыуҙы тулыһынса тыйырға саҡыра. Ошондай тәҡдим менән республика федераль властарға сығырға ниәтләй. Рөстәм Хәмитов төҙөлөш ойошмаларын тәнҡитләп, һуңғыларына банктан кредит алып төҙөргә, йортто тапшырғас ҡына һатыуға сығарырға рөхсәт итергә кәрәк, тине. Бындай идеялар федераль кимәлдә күптән яңғырай. Иртәгә хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡмановтың өлөшсөләр хаҡында махсус репортажын ҡарағыҙ.
Селпәрәмә килгән хыял
Тулыраҡ: Селпәрәмә килгән хыял