Республика буйынса эске эштәр министрлығының иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илнур Йосопов вазифаһынан бушатылды. Яңыраҡ полиция майорында 200 миллион һумлыҡ байлыҡ табылғайны. Ҡиммәтле машиналар, 200 квадрат метрлыҡ коттедж, 37 гектар ер. Шул уҡ ваҡытта ғаиләнең йыллыҡ килеме 1 миллион 500 мең һумдан артмаған. Майор милекте һатып алыуға аҡсаларҙы ҡайҙан алыуын аңлата алмаған.
Коррупция менән көрәшеүсе вазифаһынан китте
Тулыраҡ: Коррупция менән көрәшеүсе вазифаһынан китте