Өфө халҡы шәхси йорттар янында барлыҡҡа килгән законһыҙ ҡыйылыҡтар өсөн борсола һәм был мәсьәләне хәл итеүҙе һорап хакимиәттәргә мөрәжәғәт итә.Ҡалала һүтелгән гараждар урыны төҙөлөш ҡалдыҡтары һәм башҡа сүп-сар менән тула. Уның өсөн бер кем дә яуаплы түгел. Мәҫәлән Высотная урамындағы шәхси йорттар янындағы көнкүреш ҡалдыҡтары аҙналар буйы йыйылып еҫ сығарып ята. Урындағы халыҡ уны автомобилдәрҙә ситтән алып килеп ауҙаралар ти. Красин урамындағы күп ҡатлы йорт янында иһә һүтелгән гараждар тиҫтәләрсә йылдар буйы йыйылып ятҡан ҡый өйөмөн асҡан. Райондың торлаҡ хужалығына мөрәжәғәттәр һөҙөмтә бирмәй.
Өфөлә сүплеккә урын юҡ
Тулыраҡ: Өфөлә сүплеккә урын юҡ