Көньяҡ Корея, 2015 йылдан һуң тәүге тапҡыр, Пхеьянға оборона министрлыҡтары кимәлендә һөйләшеүҙәр башларға тәҡдим итте. Һөйләшеүҙәрҙе сик буйындағы Пханмунджом ауылында үткәреү ҡарала. 1953 йылда тап ошо ауылда ике арала утты туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны.
Һиндостандың Кашмир штатында индус хажиҙары менән автобус текә ярҙан осҡан. 16 кеше һәләк булған, 27 кеше яраланған. Ҡотҡарыу операцияһына хәрбиҙәр һәм вертолеттар йәлеп ителгән. Хажиҙар изге урын һаналған Амарнатх мәмерйәләренә китеп барған булған.
Перу хакимиәттәре Чиклайо ауылында йәшәүселәрҙән 1 мең 520 тәлмәрйен тартып алған. Уларҙы шифалы эсемлек, урындағы халыҡ араһында “инктар виаграһы” эшләү өсөн ҡулланырға уйлағандар. Перу шамандары фекеренсә, эсеклек көс һәм дәрт биреп кенә ҡалмай, төрлө ауырыуҙарҙан да дауалай. Зоологтар тәлмәрйендәр күпләп ҡырылыуға борсолоу белдергән.
Һартыу ҡалаһында йәшәүсе буш шешәләрҙән һал эшләп Керчь боғаҙынан йөҙөп сығырға уйлаған. Уны ярҙан бер саҡымдан ашыу алыҫлыҡта ҡулға алалар.






