Селпәрәмә килгән хыял

Тулыраҡ: Селпәрәмә килгән хыял

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төҙөлөшкә алдан аҡса йыйыуҙы тулыһынса тыйырға саҡыра. Ошондай тәҡдим менән республика федераль властарға сығырға ниәтләй. Рөстәм Хәмитов төҙөлөш ойошмаларын тәнҡитләп, һуңғыларына банктан кредит алып төҙөргә, йортто тапшырғас ҡына һатыуға сығарырға рөхсәт итергә кәрәк, тине. Бындай идеялар федераль кимәлдә күптән яңғырай. Хаматдиновтар 7 мең һумды осон-осҡа ялғап йәшәргә мәжбүр. Ғаиләнең айлыҡ килеменең күп өлөшө дөйөм ятаҡтағы ошо бүлмә өсөн түләүгә китә. Улар бер- нисә йыл элек “Цветы Башкирии” ҡасабаһында төҙөлөп ятҡан йортҡа аҡсаһын һала.Төҙөүсе аҡсаны йыйып та төҙөлөштө тамамламайынса бөлгөнлөккә төшә. Халыҡты урамда ҡалдырмаҫ өсөн объектты икенсе ойошмаға биреп ҡарайҙар.Төҙөлөшкә инвестициялаусыларҙы хәҙер ябыҡ ҡапҡалар ҡаршы ала, шул уҡ ваҡытта бөлгөнлөккә төшкән компания алдыҡ юл менән фатирҙарҙы һатыуын дауам итә.Өфөнөң йәшел сауҡалыҡ микрорайонында һөлдә булып һерәйеп ултырған был йорттар ҡасандыр уны һатып алырға теләүселәр өсөн тормошҡа ашҡан хыял булып күренә. Әммә баш бәләһенә әүерелгән “хыял” 250-нән ашыу ғаиләне берләштерә.“Башинвестдом” өлөшсөләре компанияның финанс хәле насарайып унда 6 июлдән күҙәтеү процедураһы башланыуын ишетеп йәнә директор бүлмәһенә ашыға.Был юлы журналистар менән “ҡунаҡҡа” инеүен күргәс ойошма етәксеһенең ғәҙәти йылмайыуы йөҙөнән китте. Ғәҙәттәгесә һөйләшеүҙәр аныҡ һөҙөмтә бирмәй, матур вәғәҙәләр менән тамамлана. Республика властары йорттарҙы икенсе ойошмаға тапшырырға тәҡдим итә. Әммә бының менән йор һүҙле директор килешергә теләмәй.Бәхетле ҡартлыҡҡа тип тыуған яғына алыҫ себерҙән ҡайтҡан Гөлйыһан Айытбаева ла хәҙер ҡыҙының бәләкәй генә мөйөшөндә һыйынырға мәжбүр.Йорттоң бер өлөшөн төҙөп бөтәләр, ә бына 160 ғаилә ойошманың юридик ҡапҡанына эләгә. “Меркурий” был урында төҙөлөштө законһыҙ башлаған була. Компания банкротҡа әйләнә, шул уҡ ваҡытта уның етәкселәре исемендә нефть скважиналары, сит илдә активтар барлығы асыҡлана, әле уларға арест һалынған.Алданған өлөшсөләр бер ниндәй ҙә алға китеш күрмәгәс, үҙҙәре мәсьәләне хәл итеү юлын тәҡдим итә. Торлаҡ-төҙөлөш кооперативының яңы етәксеһен һайлайҙар, хәҙер законһыҙ төҙөлөш аҫтындағы ерҙе ваҡытлыса ҡулланыуға алырға ниәтләйҙәр.Барыһын да активистар уйлағанса еңел генә башҡарып булмай, сөнки төҙөлөштө тергеҙгән осраҡта аукцион уҙғарырға тура киләсәк, ә уны кемдәр һәм ниндәй ниәттәр менән еңеп алыры билдәһеҙ.Был вәғәҙәләргә “Серебряный ручей” микрорайоны өлөшсөләре хәҙер инде ышанмай. 700-ләгән кеше был урында буласаҡ йорттарҙан фатир һатып ала, әммә күптәре 2012 йылдан бирле буш һүҙҙәрҙән башҡа бер нимә лә ала алмай.Кешеләр ирекһеҙҙән төҙөлөш майҙансығына килеп йәшәргә лә риза.Әле республика буйынса ошондай 29 объект бар. Рәсми һандар буйынса, алданған өлөшсө тип танылыусылар 600 кеше тирәһе булһа, яҡын арала уларҙың һаны 3 мең ярымға етеүе ихтимал. Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә муниципалитет етәкселәренә хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә бындай объекттарҙа етди эш башларға саҡырҙы. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төҙөлөшкә алдан аҡса йыйыуҙы тулыһынса тыйырға саҡыра. Ошондай тәҡдим менән республика федераль властарға сығырға ниәтләй. Башҡортостан хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә төбәк башлығы өлөшсөләр мәсьәләһенә нөктә ҡуйырға ҡушты. Рөстәм Хәмитов төҙөлөш ойошмаларын тәнҡитләп, һуңғыларына банктан кредит алып төҙөргә, йортто тапшырғас ҡына һатыуға сығарырға рөхсәт итергә кәрәк тине.