Был тармаҡ белгестәренең бурыстары төрлө йүнәлешле. Улар янғын таралыуына һәм ут төртөүҙәргә ҡаршы көрәш алып бара. Бина һәм йорттарҙың төҙөлөш прокттарын раҫлай, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшерә, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара, хәүеф осрағында биләмәнән кешеләрҙе эвакуациялау сараларын хәстәрләй һәм илдә янғындар һанын иҫәптә тота. Һөнәри байрамын билдәләгән белгестәр менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә осрашты. Республикала йыл һайын биш меңгә яҡын янғын теркәлә. Шуларҙың 300-ҙән ашыуы ҡатмарлы тип таныла йәиһә ике һәм унан да күберәк ҡорбанға килтерә. Ошо осраҡта янғындың сәбәптәрен асыҡлауға һынау лабораторияһы белгестәре йәлеп ителә. Был белгестәр үҙҙәрен “туй һуңынан дөмбөр һуғыусылар” тип атай. Дәүләт янғын күҙәтеү хеҙмәтенең һынау лабораторияһы уттан ҡалғанды сүпләп янғын сәбәбен асыҡлау урыны. Бындай ойошмалар һәр төбәктә берәү генә. Башҡортостанда уның ойошторолоуына 50 йыл. Махсус йыһазландырылған машиналар, заманса ҡорамалдар, белем һәм тәжрибә — уларҙың төп ҡоралы.Суд эксперттары янғын урынында табылған әйберҙәрҙе электр-техник лабораторияла тикшерә. Ҡыҫҡа ялғаныштың ысынлап та ғәйеплеме-юҡмы икәнен тик улар билдәләй. Шуның менән кеше яҙмышын хәл иткән саҡтары ла бар. Эҫегә ирегән тимер сым киҫәктәре тәүҙә рентген-структуралы һуңынан, талап ителһә, металл-графика микроскопынан ҡарап ентекләп тикшерелә.Йылытыу-физик лаборатория иһә янғын иҫкәртеү бурысын үтәй. Бында төҙөлөш материалдарының ут ҡабыуға ҡаршы сифаты асыҡлана. Социаль объекттарҙы сафҡа индергәндә был хәл иткес күрһәткес.Янғын сәбәптәрен тикшереү һәм иҫкәртеүҙең заманса ысулдарын файҙаланыу илдә янғындар һанының кәмеүенә булышлыҡ итә. Янғын күҙәтеү хеҙмәте иһә ут хәүефен иҫкәртеү менән генә шөғөлләнмәй, ә ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарында дәүләт һәм граждандарҙың шәхси мәнфәғәттәре һағында тора.
Бөгөн Дәүләт янғын күҙәтеүе хеҙмәте ойошторолоуға 90 йыл тулды
Тулыраҡ: Бөгөн Дәүләт янғын күҙәтеүе хеҙмәте ойошторолоуға 90 йыл тулды






