Иглин районында йәшәгән Риф Шәүәлиевтың умартасылыҡ тәжрибәһенә хәҙер егерме йылдан ашыу. Ярты йөҙҙән ашыу умартанан миҙгел һайын тиҫтә тонна самаһы бал алған ҡортсоноң быйыл өмөтө аҡланмауы ла бар. Был йәй сәскәле яландар, йүкәле урмандар түгел, ә һауа торошо үҙ ҡағиҙәһен ҡуя. Әгәр ҙә республиканың үҙәк райондарында өҙлөкһөҙ ямғырҙар булһа, Башҡортостандың Урал-аръяғы өлөшөндә киреһенсә – Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил яҡтарында һыуыҡтар. Быларҙың барыһы ла ҡорттарға осорға бирмәй. Шулай ҙа Башҡортостан умартасылары әлегә ҙур хәүеф юҡ, тигән фекерҙә. Сөнки, яңы сәскә ата башлаған йүкәгә, көҙгә көнбағыш, ҡандала сәскәһе, ҡарабойҙайға ышаныс бар. Гидрометеоүҙәк белгестәре лә тиҙҙән көндәр аяҙға тартасаҡ, тип ышандыра. Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге лә республика балһыҙ ҡалмаясаҡ, тип вәғәҙәләй. Башҡортостан умартасылары әлегә белемен камиллаштыра. Улар Өфөлә иң яҡшы умартасыны асыҡланы. 43 райондан килгән 50-гә яҡын умартасы араһында уҙғарылған ярыш, әлбиттә, бал айыртыу, күс тәрбиәләү кеүек көндәлек мәшәҡәттәрҙән генә тормай ине. Республиканың иң яҡшы умартасыһы тип Илгиз Шәнгәрәев танылды. Хәҙер 15-17 августа Өфөлә үтәсәк Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Был сараларҙың барыһы ла 2021 йылда республикала Халыҡ-ара Апимондия конгрессы һәм “АпиЭКСПО” күргәҙмәһен уҙғарыуға әҙерлектең бер өлөшө, тип ҡарала. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда 11 мең тонна самаһы бал алынып, уның тап яртыһы һатыуға сығарылған. Бөгөн башҡорт балын Ирак, Америка Ҡушма Штаттары, Ҡытай һәм Япония кибеттәрендә күрергә мөмкин. Быйыл, һауа шарттары ҡатмарлы булһа ла, милли бренд — Башҡорт балы башҡа ҡитғаларҙа ла һатылыр, тигән ышаныс бар.
Баллы Башҡортостан
Тулыраҡ: Баллы Башҡортостан