Өфө районында хайуандар өсөн кремоторий асылды

Тулыраҡ: Өфө районында хайуандар өсөн кремоторий асылды

Миләүшә Сәитованы бер-нисә ай элек берәҙәк эттәрҙе тәрбиәләгәне, уларҙы ашатҡаны өсөн эшенән ҡыуғандар. Быға тиклем ул автомобилдәргә бензин ҡойоу станцияһында кассир булып эшләгән. Ойошма етәкселеге был аҙымын хужаһыҙ эттәрҙең кешеләрҙе ҡурҡытыуы менән аңлатҡан. Был тирәлә өйөрө менән йөрөгән эттәр юғала башлаған. Миләүшә Сәитова уларҙы крематорийға алып барып яндыралар, тигән фекерҙә.Миләүшә Сәитова байтаҡ йылдар берәҙәк хайуандарҙың ғүмере өсөн көрәшә. Май айында асылған крематорий хеҙмәткәрҙәрен ул дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға миһырбанлы булмауға ғәйепләй. Кремоторийҙан йыраҡ түгел, ошондай сүплек....Урындағы халыҡ белдереүенсә, бында хатта яндырылмай ҡалған үләкһәләрҙе лә килтереп ырғыталар.Берәҙәк эттәр приюты хужалары әйтеүенсә, йыйып килтергән эттәргә кәрәкле операция, прививка эшләнгәндән һуң, улар кире ҡайтарыла. Ә кремоторий, тик хужалары булған хайуандар өсөн генә тәғәйенләнгән. Крематорий законлы эшләһә лә, ҡатын исем-фамилияһын әйтергә лә, йөҙөн күрһәтергә лә теләмәне. Крематорий берәҙәк эттәр өсөн тәғәйенләнгән приют эргәһендә генә урынлашҡан. Крематорий күп ауырыуҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә, ти бындағы хеҙмәткәрҙәр. Сөнки үләкһәне ҡайҙалыр алып барып ырғытыу, йә күмеү төрлө йоғошло ауырыуҙарға килтереүе бар, шуға уны яндырыу – иң дөрөҫ юл, ти улар.