Сәнәғәт етештереүе һәм инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсатында индустриаль парк ойоштороу ғәмәле Рәсәйҙә 10 йыл элек ҡулланыла башланы. 2013 йылда теркәлгән ошондай парк оҙаҡламай тулы ҡеүәтенә өлгәшергә әҙер.300 гектарға яҡын майҙанда 13 резидентҡа уңайлы шарттар булдырылған. Инфраструктура төҙөлөшөнә Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһы 600 миллион һумлыҡ иғәнә индергән. Әлеге ваҡытта биләмәлә юлдар һалыу, һыу үткәргестәрҙе тоташтырыу эштәре дауам итә. Бында урынлашҡан предприятиеларҙың күпселеге төҙөлөш тармағында эшмәкәрлек алып бара. Индустрия паркының файҙалы эшмәкәрлек күрһәткестәре ошо предприятиеларҙың үҫеш кимәленә бәйле.
Индустриаль парк асыла
Тулыраҡ: Индустриаль парк асыла