21-се быуатта ауыл нисек булырға тейеш

Тулыраҡ: 21-се быуатта ауыл нисек булырға тейеш

Өфөлә бөгөн ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәнең төп өлөшө башлана. Ил күләмендәге сарала ҡатнашыу өсөн Рәсәй субьекттарынан 300-ҙән ашыу делегат йыйылды. Дәүләт Думаһы депутаттары, төрлө төбәк етәкселәренең урынбаҫарҙары, муниципалитет башлыҡтары менән берлектә юғары кваллификациялы белгестәрҙе, шул иҫәптән йәштәрҙе ауыл еренә ылыҡтырыу, заманса шарттар тыуҙырыу тураһында фекер алыша. Башҡортостан был йәһәттән өлгөлө төбәктәрҙең береһе.Башҡортостан үткән йыл Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү программаһына 1 миллиард ярым тотонһа, быйыл ул тағы ла 400 миллион һумға арттырыла. Уның күп өлөшө ауылдарға юл һалыуға тотоноласаҡ. Федераль программа сиктәрендә республиканың бер нисә районында ҡола яланды тулыһынса инфраструктура менән тәьмин итеп торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөү тәжрибәһе бар. Иртәгә форум эшендә ҡатнашыусылар Илеш, Бүздәк һәм Туймазы райондары тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтасаҡ.