- Чилиҙың башҡалаһы Сантьяго ҡар аҫтында ҡалды. Бер кеше һәләк булған. Электр тапшырғыс сымы өҙөлөү сәбәпле ике кеше йәрәхәтләнгән. 250 мең кеше утһыҙ ҡалған.
- Мәскәү өлкәһендә флайбордистар шоуы үткән. Янып тороусы костюмдар кейеп алған спортсылар төрлө сальтолар эшләгән, һыуға сумған һәи киренән өҫкә табан атылған. Шоу фейерверк менән тамамланған.
- Тверь өлкәһендәге Конаково аэродромында вертолеттарҙа уҙышыу буйынса донъя кубогының икенсе өлөшө үткән. Австрия, Белоруссия, Польша, Рәсәй һәм Украинанан 35 экипаж дүрт номинация буйынса көслөләрҙе асыҡлаған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре