Республикала ғаилә сәйәсәте мәсьәләләрен көйләүҙе хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үҙ иңенә алырға әҙер. Ошо хаҡта Башҡортостан хөкүмәте эргәһендәге координация советы ултырышында Ленара Иванова белдерҙе.Дәүләт ғаилә сәйәсәте буйынса координация советының беренсе ултырышында 2017-2020 йылдарҙа төбәктә тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә саралар планы раҫланды. Был йәһәттән йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу мөһим. Үҙен тарихта танытҡан йолаларҙың әһәмиәте бөгөнгө тормош шарттарында һүрелә бара. Йәштәрҙе ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүҙә ҡыҙыҡһындырыу өсөн өҫтәмә саралар талап ителә. Башҡортостанда студент ғаиләләренә бала тыуған осраҡта 100 мең һум аҡса биреү шулар иҫәбендә. Ил президенты иғлан иткән “Балалыҡ ун йыллығы” башына, йәғни 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем республикала төҙөләсәк ғаилә сәйәсәте ведомствоһы ғаиләне төрлө яҡлап ҡурсалау бурысын билдәләргә ниәтләй. Координация советы иһә 2017 йылдың икенсе яртыһына саралар планын раҫланы. Ултырышта бер тапҡыр бирелә торған 300 мең һумлыҡ социаль түләүҙе алыусылар исемлеге киңәйтелеүе тураһында ла хәбәр ителде. Уға хәҙер яңғыҙ ата-әсәләр ҙә дәғүә итә ала. Республикала әле тулы булмаған бер балалы ғаиләләр 1 мең 500 самаһы. Уларҙы исемлеккә индергәндә тағы ла 400 миллион һум кәрәк буласаҡ.
Исемлек киңәйтелә
Тулыраҡ: Исемлек киңәйтелә