Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡырғыстанда

Тулыраҡ: Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡырғыстанда

Ҡырғыҙстанда “Алтай цивилизацияһы һәм алтай тел төркөмнә ҡараған ҡәрҙәш халыҡтар” халыҡ-ара форумы үтә. Унда Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Зәки улы ҡатнашлығында делегация ла ҡатнаша. Сара сиктәрендә бик күп саралар, шул иҫәптән, ҡырғыҙҙарҙың башҡор теленә тәржемә ителгән “Манас” эпосының исем туйы ла үтәсәк. Ҡырығстан менән Башҡортостан араһында мәҙәни бәйләнештәр генә түгел, иҡтисади хеҙмәттәшлек тә арта. Әле ике арала тауар әйләнеше лә арта. Республикала ҡырғыҙ капиталы ҡатнашлығында 5 предприятие уңышлы эшләй. Яңыраҡ Ҡырғыҙстан президенты Алмазбек Атамбаевтың Өфөгә сәфәре барышында хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәренә нигеҙ һалынды.