307 миллион һум урлаған мутлашыусы ҡулға алынды

Тулыраҡ: 307 миллион һум урлаған мутлашыусы ҡулға алынды

Кипрҙа төҙөлөш өлкәһендә мутлашыусы, “Дуҫлыҡ-строй” компанияһының етәкселәренең береһе Валерий Денисов ҡулға алынған. Ул әшнәләре менән бергә төһөлөшкә аҡса һалыусы граждандарҙың 307 миллион һум аҡсаһын урлаған. Хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала төҙөлөш кооперативы өлөшсөләре аслыҡ иғлан иткәйне. Бер тәүлектән һуң улар был акцияны туҡтатты. Кипрҙың хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм Рәсәйҙең генераль прокуратураһы вәкилдәре әле мутлашыусыны экстрадициялау тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.