Затон биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан спорт әҙерлек үҙәге 1 миллиард һумға ҡиммәтләнеүе ихтимал

Тулыраҡ: Затон биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан спорт әҙерлек үҙәге 1 миллиард һумға ҡиммәтләнеүе ихтимал

Комплекс Халыҡ-ара кимәлдәге спорт ярыштарын ҡабул итә алһын өсөн төҙөлөш проектына үҙгәрештәр индерелгән. Әле ул тикшереү үтә. Фатир эсендә көнөнә ике тапҡыр теннис өҫтәлен урынлаштырып кире йыйыу мөмкинлектәре сикләнгән был спортсылар өсөн мәжбүри. Ҡуртымға алынған фатир Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың паралимпия йыйылма командаһы ағзалары өсөн көнөнә ике тапҡыр спорт залына әүерелә. Бөтә пенсия фатир өсөн түләү һәм спорт залында шөғөлләнеү өсөн китә. Башҡаса сара юҡ, улар Паралимпиясылар үҙәген 2011 йылдан бирле көтә.4 басссейны, бокс, еңел атлетика, фехтование залдары булған үҙәкте 2010 йылда паралимпиясылар өсөн күнекмәләр базаһы булараҡ төҙөй башлайҙар. Әммә эштәр барышында уның проекты үҙгәртелә. Комплекс халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итә алырға тейеш тигән маҡсат ҡуйыла.Проект менән бергә талаптар ҙа үҙгәртелә. Мәҫәлән, бассейнға плитка урынына италия технологияһы буйынса мембраналы түшәм һалынасаҡ. Объекттың инженер йәһәттән иң ҡатмарлы өлөштәренең береһе – спорт-демонстрациялар залы. Ҙурлығы буйынса футбол майҙанына тиң бинала халыҡ –ара кимәлдәге бөтә төр ярыштарҙы уҙағарырға мөмкин. Тамашасылар өсөн бында 1 мең ярым урынға иҫәпләнгән трибуна. Уға өҫтәп тағы ла мең ярым кешелек күсмә трибуна ҡуйыла.Урындарҙы арттырыу ҙа халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар ҡабул итеү өсөн аҙаҡ хәл ителә. Был, үҙ сиратында, проекттың хаҡын да арттыра, ти төҙөүселәр. Башта илдәге япма аҫтындағы иң ҙур спорт әҙерлек үҙәге 2 миллиард 200 миллион һумға баһаланһа, хәҙер ул тағы ла 1 миллиард тирәһенә ҡиммәтләнгән. Өфө-Затон юлындағы спорт әҙерлек үҙәге 2011 йылда төҙөлә башлағайны. Әммә федераль үҙәк уны финанслауҙан баш тартҡанлыҡтан объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты ике тапҡыр кисектерелде. Хәҙер республика уны тулыһынса үҙ иҫәбенә төҙөй, 2018 йыл аҙағына объект әҙер булырға тейеш. Республиканың 100 йыллығына 100 объект исемлегенә ингән спорт үҙәге Башҡортостан тарихында иң күләмле төҙөлөштәрҙең береһе. Ул уңышлы тамамланһа, 2019 йылда Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара балалар уйындарында тәүге һынау үтәсәк.