Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй, әммә баҡсалағы уңышҡа ҙур зыян килгән. Быйылғы йәй халыҡты ғына түгел, синоптиктарҙы ла аптырата. Көн һайын яуған ямғырҙар ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Бөгөн республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе көтөлә. Йәшенле ямғырҙар йорт хайуандарын да аямай. Йылайыр районында йәшен өс йылҡыны атып үлтергән. Яңыраҡ Ейәнсура районында ла йәшен 78 баш кәзә-һарыҡты аттҡайны. Ә Учалы районында йәшендән кеше һәләк булды.
Стәрлетамаҡ районында йомортҡа ҙурлығы боҙ яуған
Тулыраҡ: Стәрлетамаҡ районында йомортҡа ҙурлығы боҙ яуған