- Сүриәнең Ракка ҡалаһын “Ислам дәүләте” һуғышсыларынан азат итеү дауам итә. Улар контроллек иткән биләмәләрҙә 30 мең самаһы тыныс халыҡ йәшәй. Сигенгәндә террорсылар ергә миналар күмеп ҡалдыра. Икенсе Пальмира тип йөрөтөлгән Расафула тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларҙың күбеһенә мина һалынған булыуы асыҡланды.
- Американың таш күмере өсөн хаҡ өс тапҡырға тиерлек артып 206 долларға етте. Әммә Киевтың һуңғы өс айҙа 2016 йылға ҡарағанда ла күберәк ташкүмер һатып алған. Белгестәр фекеренсә, Порошенкоынң Трампҡа ярарға тырышыу һис шикһеҙ иҡтисадта сағылыш табасаҡ һәм эш урындарын ҡыҫҡартыуға килтерәсәк. Норвегия өсөн американдар яғыулыҡтың бер тоннаһын, киреһенсә, 20 долларға арзанайтҡан.
- Мәскәүҙә аэротакси һәм осоусы мотоцикл эшләү башланды. Ҙур тығындары менән дан алған ҡалала транспорттың был төрө киң билдәлелек алыр, тип көтөлә. Киләсәк транспортының хаҡы ғына һағайта. Осоусы мотоцикл алырға теләүселәрҙә кәм тигәндә 50 мең доллар түләргә кәрәк буласаҡ.
- “Ебәк юлы” раллиһының дүртенсе этабында Франциянан Стефан Петронсель еңеү яуланы. Ул 237 саҡырымлыҡ араны тәүгеләрҙән булып үтте. Йөк машиналары араһында көтмәгәндә “Татра” ла чех экипажы еңеү яуланы. “Камаз-мастер” экипажы икенсе урында.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре